Ликбез

Ликбез
Рәсем
Дәүләт  СССР
Башланыу датаһы 26 декабрь 1919
 Ликбез Викимилектә

Ликбез (халыҡ наҙанлығын бөтөрөү) — Совет Рәсәйендә һәм СССР-ҙа массауи рәүештә уҡый-яҙа белмәгән өлкәндәрҙе уҡыуға һәм яҙыуға өйрәтеү. Күсмә мәғәнәлә — әҙерлекһеҙ аудиторияны ниндәй ҙә булһа фән, процесс йәки ваҡиғаның база төшөнсәләренә өйрәтеү.

«Ликбез» төшөнсәһе Совет Рәсәйенең «ликвидация безграмотности» (наҙанлыҡты бөтөрөү) дәүләт программаһы исемен ҡыҫҡартып алыуҙан барлыҡҡа килә — уға РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1919 йылдың 26 декабрендәге «РСФСР-ҙа наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында»ғы декреты нигеҙ һала. Декретҡа ярашлы, Совет Рәсәйендә 8 йәштән 50 йәшкә тиклемге уҡый-яҙа белмәгән барлыҡ халыҡ туған йәки урыҫ телдәрендә (теләк буйынса) белем алырға тейеш була. Мәғариф халыҡ комиссариатына белемле кешеләрҙе хеҙмәт йөкләмәһе иҫәбенә наҙандарҙы уҡытыуға йәлеп итеү хоҡуғы бирелә. Йәше уҙған уҡыусылар өсөн мәктәптәр, балалар йорттары, колониялар һәм Главсоцвос системаһына ингән башҡа учреждениелар ҡарамағындағы мәктәптәр ойошторола.

Алексей Радаков плакаты, 1920 йыл
Елизавета Кругликова плакаты, 1923 йыл

Индустриаль үҫеш юлына баҫҡан ил өсөн XIX быуат аҙағына Рәсәй империяһы халҡының грамоталылыҡ кимәле бик түбән була. XX быуат башына бөтә ил буйынса грамоталылыҡ кимәлен билдәләү өсөн Рәсәй һәм сит ил ғалимдары таныуын яулаған 1897 йылғы мәғлүмәттәр алына: бөтәһе — 21,1 %, шул иҫәптән 29,3 % ир-ат һәм 13,1 % ҡатын-ҡыҙ, грамоталы тип ҡабул ителә[1]. Себер буйынса грамоталылыҡ кимәле — 12 % (9 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш — 16 %), Урта Азия буйынса — 5 — 6 % тәшкил итә[2]. Артабанғы йылдарҙа (1914 йылға тиклем) грамоталылыҡ кимәле арта барһа ла, «һуғыштарҙан һуң уның кимәле түбәнәйә»[2]. Өс һуғыш йылынан һуң, 1917 йылдың башына, илдең күпселек өлөшө наҙан булып ҡала, бигерәк тә Урта Азия халҡы. Өҫтәмә рәүештә көнбайыш губерналарҙың баҫтырылып алыныуы һәм уларҙың кире Рәсәй составына ҡайтарылмауы статистиканы насарайта, сөнки был губерналарҙа грамоталылыҡ кимәле сағыштырмаса юғары була.

1914—1917 йылдарҙағы уҡый-яҙа белгән халыҡтың һаны төрлөсә баһалана. Йыш ҡына Рәсәй империяһында 1914 йылға ҡарата грамоталылыҡ кимәле бөтә халыҡтың 30 процентына тура килә, тип баһалана[3][4][5]. Ҡайһы бер көнбайыш ғалимдары фекеренсә, Рәсәйҙәге грамоталылыҡ кимәле 35-38 % тәшкил итә[6]. Шулай уҡ 1914 йылға ҡарата халыҡтың 45 % уҡый-яҙа белгән тигән баһалауҙар ҙа бар[7]. Элекке мәғариф министры П. Н. Игнатьев үҙенең мәҡәләһендә, Рәсәй халҡының 56 % (1916 йылға ҡарата) уҡый-яҙа белә, тип белдерә[8].

Ойоштороу нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Халыҡ Комиссарҙары Советы наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһын булдырыу тураһында декрет ҡабул итә, уның ҡарарҙары мотлаҡ үтәлергә тейеш була. Комиссия 1919 йылда наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса ҡабул ителгән декретты үтәү өсөн булдырыла һәм 1920—1930-сы йылдарҙа уҡый-яҙа белмәгән һәм аҙ белемлеләрҙең уҡыуы менән етәкселек итә. Комиссия эштәре менән мәғариф халыҡ комиссары Анатолий Луначарский етәкселек итә.

Уҡыу программаһы уҡытыусыларҙың һәм башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең киң ойошҡанлы әҙерлеген талап итә. 1920 йылдың яҙына ВЧК органдары тарафынан ғына 26 губернала наҙанлыҡты бөтөрөүсе уҡытыусылар курсы ойошторола.

Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса 1 Бөтә Рәсәй съезы (1922) башта сәнәғәт предприятиелар һәм совхоздар эшселәрен, профсоюз ағзаларын һәм 18-30 йәштәге башҡа хеҙмәтсәндәрҙе уҡыу-яҙыуға өйрәтеү кәрәклеген таный. Ликпункттарҙа уҡытыу 7 ай эсендә үткәрелергә тейеш (аҙнаһына 6-8 сәғәт).

1923 йылдың 14 авгусында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында» декреты сыға, әлеге декрет 26 декабрҙәге декретты тулыландыра һәм 1072 инструктив мәктәбен (574 ликпункт һәм 498 мәктәп) билдәләй. 1923 йылдың көҙөндә Бөтә Рәсәй ирекле «Долой наҙанлыҡ» йәмғиәте ойошторола.

Наҙанлыҡ менән көрәшеү сиктәрендәге социаль контингенттар араһында иң эреһе — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында туғандарын ғына түгел, йәшәү урынын юғалтҡан ҡарауһыҙ ҡалған балалар. РСФСР-ҙа 1921 йылда уларҙың һаны 4,5 миллион тәшкил итә[9], ә тотош СССР буйынса 1922 йылда — 7 миллионға тиклем[10].

1921 йылдың 21 ғинуарында «ВЦИК балалар комиссияһы» (балаларҙың тормошон яҡшыртыу буйынса комиссия) булдырыла, уның етәксеһе итеп Феликс Дзержинский тәғәйенләнә. Торлаҡ менән тәьмин итеүҙән тыш, балаларҙың ҡарауһыҙлығына ҡаршы көрәш барышында грамотаға өйрәтеү — төп сараларҙың береһе була. Мәғариф халыҡ комиссариатынан башҡа был мәсьәлә менән йәмәғәт ойошмалары шөғөлләнә, шул иҫәптән «В. И. Ленин исемендәге ҡарауһыҙ балаларға ярҙам күрһәтеү фонды». 1925 йылда СССР-ҙа «Балалар дуҫтары» йәмәғәт ойошмаһы ойошторола[11]. 1928 йылдың башына инде бөтә Советтар Союзы буйынса 300 мең самаһы ҡарауһыҙ бала иҫәпкә алына[10].

Тап ҡарауһыҙлыҡҡа һәм наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш барышында «Педагогик поэма» романы авторы, күренекле совет педагогы А. С. Макаренконың таланты асыла.

Ликпункттар һәм мәктәптәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса дәрестәр, Чебоксар, 1930 йыл.
Чебоксар районы Шоркасы ауылы халҡын уҡыу-яҙыуға өйрәтеү, 1930 йыл.

15-тән ашыу наҙандар иҫәптә булған һәр бер тораҡ пунктында мәктәп (ликпункт) асыла. Бындай мәктәптә уҡыу срогы 3-4 ай тәшкил итә. Уҡыу программаһына уҡыу, яҙыу, иҫәп инә. 1920 йылдар башында ликпункттарҙағы дәрестәрҙең маҡсаттары аныҡлана: уҡыусылар асыҡ баҫма һәм яҙма шрифтарҙы уҡып өйрәнергә; көндәлек тормошта һәм хеҙмәт эштәрендә кәрәкле ҡыҫҡа яҙма яһарға; уҡырға һәм бөтөн һәм кәсер һандарҙы, проценттарҙы яҙып алырға, диаграммаларҙы һәм схемаларҙы аңлау; уҡыусыларға совет дәүләте төҙөлөшөнөң төп мәсьәләләре аңлатыла. Өлкәндәр өсөн эш хаҡын һаҡлау шарты менән эш көнөнөң оҙайлығы кәметелә, ликпункттарҙы беренсе сиратта уҡыу әсбаптары, яҙма кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү ҡарала.

Уҡытыу-методик базаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920—1924 йылдарҙа өлкәндәр өсөн Д. Элькин, Н. Богуславская, А. Курская авторлығында тәүге совет әлифбаһының ике баҫмаһы сыға (2-се баҫмаһы — «Долой наҙанлыҡ» исеме аҫтында — «Беҙ — ҡол түгел, ҡолдар — өнһөҙ» («Мы — не рабы, рабы — немы») киң билдәле булып киткән фразаны үҙ эсенә ала, шулай уҡ В. Я. Брюсовтың һәм Н. А. Некрасовтың шиғырҙары индерелә). Шул уҡ йылдарҙа В. В. Смушковтың «Өлкәндәр өсөн эшсе-крәҫтиән әлифбаһы», Е. Я. Голанттың "Эшселәр өсөн әлифба "барлыҡҡа килә. Әсбаптарҙың бер өлөшө сит илдә, республика валюта фондынан түләнеп, баҫтырыла. Ололар өсөн украин, белорус, ҡырғыҙ, татар, сыуаш, үзбәк (бөтәһе яҡынса 40) телдәрҙә әлифбаларҙың һәм башҡа башланғыс әсбаптарҙың нәшер ителеүе ойошторола.

Уҡыу-яҙыуға өйрәтеү һәр ваҡытта пропаганда менән оҙатыла килә. Екатерина II хакимлығы осоронда күп кенә кеше «ҡара халыҡҡа белем бирергә кәрәкмәй», тип һанаған саҡта, үтә зирәк шәхестәр (мәҫәлән, Клин дворянлығы депутаты Петр Орлов), грамотаға өйрәтергә кәрәк тип ныҡышҡан, сөнки

крәҫтиәндәр, ни өсөн Аллаһҡа, батшаға, Ватанға һәм закон буйынса үҙенең алпауытына бурыслы икәндәрен белем аша үҙаллы төшөнһөндәр, тип белдергән[2].

Шуға күрә 1925/26 уҡыу йылғы ликбез программаларына мотлаҡ рәүештә сәйәси грамота курсы индерелеүендә иҫ киткес бер нәмә лә юҡ: идеологик көрәштең, шул иҫәптән, партия эсендә, иң ҡыҙған мәле була.

Ликбез ҡыйынлыҡтары һәм уның һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917—1927 йылдарҙа бөтәһе яҡынса 10 миллион өлкәндәр грамотаға өйрәтелә, шул иҫәптән РСФСР-ҙа — 5,5 миллион кеше. Старт кимәле бик түбән була. Атап әйткәндә,1920 йылдың 1 ноябрендәге халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса (мәғариф буйынса 1920 йылғы тикшеренеүҙәр)[12], мәктәптәрҙә барыһы 7,3 миллион тирәһе уҡыусы белем ала (беренсе баҫҡыс мәктәтәрендә — 6 860 328, икенсе баҫҡыс мәктәптәрендә — 399 825 бала), өҫтәүенә, Совет Рәсәйенең Европа өлөшөндә 8-12 йәштәге балалар араһынан мәктәпкәуларҙың 59 % йөрөй (12 йәштән өлкәнерәктәрҙең һаны унан да түбәнерәк).

НЭП (яңы иҡтисад сәйәсәте) осоронда наҙанлыҡтыҡты кәметеү темптары теләгән темптарҙан күпкә ҡалыша. Шәхси секторҙа мәшғүл булған өлкән кешеләрҙең уҡыуҙы эш менән берлектә алып барыу мөмкинлеген биргән социаль гарантиялары булмай. Дөйөм алғанда, СССР 1926 йылдың башына грамоталылыҡ кимәле буйынса Европа илдәре араһында, Турция һәм Португалия кеүек илдәрҙән ҡалышып, 19-сы урын биләй. Ҡала һәм ауыл халҡы грамоталылығы кимәле араһында айырмалылыҡтар байтаҡ була (1926 йылда — 80,9 һәм 50,6 % ярашлы рәүешендә), ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында (ҡала — 88,6 һәм 73,9 %, ауыл — 67,3 һәм 35,4 %).

1928 йылда ВЛКСМ башланғысы буйынса мәҙәни поход (культпоход) башлана. Уның терәк үҙәктәре булып йәмәғәт көсө менән наҙанлыҡты бөтөрөү темптары яҡшы ойошторолған Мәскәү, Һарытау, Воронеж һәм Һамар ҡалалары тора. 1930 йылдың уртаһында культармеецтарҙың һаны 1 миллионға етә, ә мәктәп уҡыусылары һаны (иҫәпкә алынған мәктәптәрҙә генә) — 10 миллионға барып етә.

1930 йылғы дөйөм башланғыс белем алыуҙы индереү грамоталыҡты йәйелдереү гарантияларын барлыҡҡа килтерә. Наҙанлыҡты бөтөрөү хәҙер урындағы ауыл советтары янындағы секцияларға йөкмәтелә. Бер үк ваҡытта 330 уҡытыу дәрестәренә (10 ай — ҡалала һәм 7 ай — ауылда) тәғәйенләнгән уҡытыу программалары ҡабаттан ҡарала. Аҙ грамоталылыҡ менән көрәш көнүҙәк мәсьәлһе һанала.

1936 йылға ҡарата 40 миллионға яҡы кеше уҡыу-яҙыуға өйрәтелә. 1933—1937 йылдарҙа иҫәпкә алынған мәктәптәрҙә генә 20 миллиондан ашыу кеше белем ала.

1939 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, 16 йәштән 50 йәшкә тиклемге кешеләрҙең грамоталылығы 90 % яҡынлаша. 1940-сы йылдар башына наҙанлыҡ кимәле СССР-ҙың күпселек райондарында ҡот осҡос булыуҙан туҡтай.

«Ликбез» исеме менән Барнаулда 1991 йылдан баҫылып килгән әҙәби альманах йөрөтөлә[13].

  • Наҙанлыҡ
  • Уҡый-яҙа белеү
  • Советизм
  • Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса Бөтә Украин ғәҙәттән тыш комиссияһы
  1. Kahan, Arcadius Russian economic history: the nineteenth century // University of Chicago Press. — 1989. — С. 244.
  2. 2,0 2,1 2,2 Рубакин Н. Грамотность // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Уткин А. И. «Первая мировая война» — М.: Алгоритм, 2001. С. 19-20
  4. Фатех Вергасов «Россия и Запад. Формирование внешнеполитических стереотипов в сознании российского общества первой половины XX века.» — М., 1998. С. 310.
  5. Ерофеев Н. Уровень жизни населения в России в конце XIX — начале XX века. Дата обращения: 25 апрель 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
  6. Мельянцев В. А. «Россия за три века: экономический рост в контексте мирового развития» 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  7. Вернадский У. Г. Русская история М.: АГРАФ 1997 С. 245
  8. Russia. USSR. Complete handbook. 1933. P. 663.
  9. Рожков А. Ю. Борьба с беспризорностью в первое советское десятилетие // Вопросы истории, 2000. № 11. С. 134.
  10. 10,0 10,1 «Беспризорность» 2022 йыл 17 июль архивланған. // Малая советская энциклопедия 1931 г. — В «Истории России» под ред. А. Б. Зубова (стр. 928) приводится цифра в 9 миллионов, не подтверждённая ссылками на исследования и не коррелирующая с известными данными об общей численности соответствующей возрастной группы в составе населения страны
  11. Общество «Друзья Детей» // Бурят-Монгольская правда. № 261 (653) 13 ноября 1925 года. Стр. 6
  12. Статистика идаралығында хеҙмәт, 12 т., вып. 1, М, 1922, (11-12 стр.)
  13. Ликбез - литературный альманах 2014 йыл 21 март архивланған.
  • Богданов И. М. Грамотность и образование в дореволюционной России и в СССР. – М., 1964;
  • Куманев В. А. Революция и просвещение масс. – М., 1973;
  • Ликвидация безграмотности // Российская педагогическая энциклопедия в двух томах / Глав. редактор В. В. Давыдов. Т. 1. – М.: Большая Российская энциклопедия, 1993
  • Фрид Л. С. Очерки по истории развития политико-просветительной работы в РСФСР (1917—1929). – Л., 1941;
  • Штамм С. И. Управление народным образованием в СССР. (1917—1936). – М., 1985.