Мәккә

Ҡала
Мәккә
مكة
Ил

Сәғүд Ғәрәбстаны

Координаталар

21°25′21″ с. ш. 39°49′34″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Халид ибн Фейсал Аль Сауд[d]

Майҙаны

400 км²

Халҡы

1 700 000 кеше (2007)

Тығыҙлығы

4200 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Телефон коды1
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

holymakkah.gov.sa  (ғәр.)

Мәккә (Сәғүд Ғәрәбстаны)
Мәккә
Мәккә
XVIII быуаттағы Мәккәлә Әл-Хәрәм мәсете
XVIII быуаттағы Мәккәлә Әл-Хәрәм мәсете
XX быуаттағы Мәккәлә Әл-Хәрәм мәсете
Мосолман булмағандарға кереүҙе тыйған юл билдәһе

Мәккә (ғәр. مكةМәккә, шулай уҡ مكة المكرمة — Мәккә әл-Мөкәррәмә — Хөрмәтле Мәккә) — Сәғүд Ғәрәбстанының көнбайышындағы ҡала, Ҡыҙыл диңгеҙҙән 100 саҡрымға яҡын алыҫлыҡта. Мосолмандарҙың хаж ҡылыу үҙәге булып тора[1]. Мосолман булмағандарға Мәккәгә инеү тыйылған.

Мәккә — мосолмандарҙың изге ҡалаһы. 630 йылда Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге позициялары нығынған мәҙинә общинаһы мосолмандары Мәккәгә ингәндәр, ҡала ҡаршы тормайынса баш һалған, унда йәшәгән халыҡ Ислам динен ҡабул иткән. Ҡәғбәле Мәккә дини үҙәккә әйләнгән, һәм мосолмандар, ҡайһы урында булһалар ҙа, һәр ваҡыт ҡиблаға йөҙҙәрен бороп, намаҙ уҡыу йолаһын ҡабул иткәндәр.

Мәккә уртаһында донъялағы иң ҙур һәм мосолмандарҙың үҙәк мәсете Әл-Хәрәм урынлашҡан, уның ихатаһында изге Ҡәғбә ташы тора.

2011 йылда Мәккәлә донъялағы иң массив манаралар-күп ҡатлы бик бейек йорттар комплексы Абрадж аль-Бейт төҙөлгән; улар араһында иң бейеге — Король манараһы — бейеклек буйынса донъяла өсөнсө урында тора һәм унда донъялағы иң ҙур һәм иң бейек сәғәт урынлаштырылған.

2010 йылдың 13 ноябрендә асылған ер өҫтөндәге Мәккә метрополитены — илдә тәүге булып ҡала буйлап йөрөтөүҙе һәм хаж ҡылыусыларҙы (Мөздәлифә һәм Мина үҙәндәренә, Ғәрәфәт тауына) ритуал йола атҡарыу урындарына юғары кимәлдә, тиҙ, еткереү һәм кире ташыу хеҙмәтен башҡара.

Мәккә эргәһендәге үҙәндә Минаға хаж ҡылыусыларҙың донъялағы иң эре палаткалар ҡалаһы урынлашҡан.

Мәккәлә хажға килеүселәр һаны бик күп булған мәлдәрҙә йыш ҡына халыҡ бер-береһен тапай, янғындар сыға һәм күпләп янып үлеүселәр һәм һәләк булыусылар осрағы күҙәтелгән инциденттар булып тора. Шулай итеп, 1990 йылда Мәккә һәм Мина араһындағы йәйәүлеләр тоннелендә 1,5 мең хаж ҡылыусы һәләк булды.

Мәккә диңгеҙ кимәленән 227 метр бейеклектә, һәм Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйынан яҡынса 80 километрҙа тора[2]. Үҙәк Мәккә йыш ҡына "Мәккә уйпаты"тип аталған тау араһындағы коридорҙа урынлашҡан. Был өлкәгә Әл Таниим ҡулы, Бакка үҙәне һәм Абкар үҙәге инә[3][4]. Ошо таулы урын хәҙерге ҡаланың киңәйеү стратегияһын билдәләгән дә инде. Ҡаланың күпселек өлөшө менән сағыштырғанда, уның үҙәге түбәндәрәк ятҡан Масджид әл-Харам районында урынлашҡан. Мәсет тирәһендәге территория иҫке ҡалаға ҡарай. Төп проспекттары -Әл-Мудаах һәм Суг әл-Лайл мәсеттән төньяҡта, һәм Ас-Суг Ассагир- көньяҡта. Ҡала үҙәгендәге Оло Мәсет тирәһендәге арауыҡ ҡайтанан планлаштырыла, йөҙәрләгән өйҙәрҙән торған кварталдар киң проспекттар һәм ҡала майҙандары менән алмаштырыла. Традицион йорттар урындағы тоҡомдарҙан һалынған һәм, ҡағиҙә булараҡ, ике йә өс ҡатлы булған. Мәккәнең дөйөм майҙаны 1200 км²-ҙан ашыу[5].

Борон Мәккәлә ҡайһы бер төп һыу сығанаҡтары, атап әйткәндә, зәм-зәм ҡойоһо булған. Шулай уҡ Әйн Зөбәйдә тигән шишмә булған. Был шишмәнең сығанаҡтары булып Мәккәнең көньяҡ-көнсығышынан 20, Ғәрәфәт тауының (Жәбәл Әрәфә) көнсығышынан бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Жәбәл (ғәр. тау) Саад һәм Жәбәл Ҡабҡаб тауҙары торған. Уларға ер аҫты каналдары аша һыу ағып килгән. Бәләкәй һыуһаҡлағыстарға һәм цистерналарға йыйылған ямғыр һыуы өсөнсө һыу сығанағы булған. Яуым-төшөм наҡыҫлығына ҡарамай, боронғо замандарҙан бирле һыу ташыу ҡурҡынысы янаған. Әл-Курди яҙып ҡалдырғанса, 1965 йылға саҡлы 89 тарихи һыу баҫыу осрағы булған, шул иҫәптән Сәғүд Ғәрәбстанында ла. Уҙған быуатта көслө һыу ташыуҙарҙың береһе 1942 йылда булған. Ошо һәләкәттән һуң Мәккәлә дамбалар төҙөгәндәр.[4]

Ҡала халҡы һаны динамикаһы:

Йыл 1965 1979 2003 2007
Халыҡ (мең кеше) 185 367 1541,8 1700,0

Мәккәнең климаты — тропик сүлле. Мәккә донъялағы һауа торошо иң эҫе торған ҡалаларҙың береһе. Абсолют минимум +10 °C, абсолют максимум +51,4 °C. Ҡалала уртаса йыллыҡ температура +30,7 °C (сағыштырырға була, донъяның иң эҫе тораҡ урыны һаналған Даллолдың уртаса йыллыҡ температураһы ≈34 °C). Октябрҙән апрелгә саҡлы бында яуым-төшөм һирәк була, декабрь-ғинуарҙа ҡалаға Урта диңгеҙҙән һирәк циклондар килеп етә. Башҡа айҙарҙа яуым-төшөм бөтөнләй булмай тиерлек.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 38,3 42,0 44,7 49,4 51,4 50,1 49,6 49,4 46,8 40,8 37,8
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} 10,0 13,0 15,6 20,3 22,0 23,4 23,4 22,0 18,0 16,4 12,4
Оло Мәсетте һынландырған 1787 йылғы төрөк эше

Ислам традицияһы Мәккәгә нигеҙ һалыусылар Исмәғил (Тәүратта Измаил) тоҡомдары тип иҫәпләй. Грек тарихсыһы Сицилия Диодоры б.э.т. I быуатта «Грек мифологияһы (Тарихи китапхана)»[6] хеҙмәтендә Ғәрәп ярымутрауында «бөтөн ғәрәптәр тарафынан изге тип һаналған һәм хөрмәт ителгән» изге ғибәҙәтхана булған тип яҙған[7]. Мосолмандар был ғибәҙәтхананы Ҡәғбә булған тип һанайҙар. Клавдий Птолемей был ҡаланы «Макораба» тип атаған булырға тейеш, әммә был факт бәхәсле булып ҡалған[8].

Сама менән V быуат тирәһендә Ҡәғбә ғәрәп мәжүси ҡәбиләләренең культ үҙәге булған. Мәккәлә хакимлыҡ иткән ҡорайыштар ҡәбиләһе табынған Ғәрәп пантеонының баш Хоҙайы — Хубал[9][10]. Был культ ғәрәптәр тарафынан VII быуатта Ислам дине ҡабул ителгәнгә хәтле йәшәп килгән.

Ҡорайыштар тәжрибәле сауҙагәрҙәр һәм һатыусылар булған. VI быуатта улар тәмләткестәр менән сауҙа итә башлағандар, диңгеҙҙә барған һуғыштар сауҙагәрҙәрҙе ҡоро ер юлдарын эҙләргә мәжбүр иткән. Византия быға тиклем Ҡыҙыл диңгеҙҙе контролдә тотҡан, әллә был дәүерҙә пиратлыҡ көсәйгән. Фарсы ҡултығы, Тигр һәм Евфрат йылғалары аша үткән икенсе юл да хәүефле булған. Был осорҙа Мәккә Петра һәм Пальмира кеүек сауҙа үҙәктәренән дә популяр булған[3][11]. 575 йылда Сәсәниҙәр дәүләте ҡаланы христиан юлбашсыһы Абраха етәкселегендәге Аксум батшалығы һөжүменән һаҡлап алып ҡалған. Көньяҡ Ғәрәбстан ҡәбиләләре фарсы батшаһы Хосроу Беренсенән ярҙам һорағас, ул Мәккәгә армия һәм флот алып килгән. Фарсы килеп баҫыуы Ғәрәбстанда һәм Мәккәлә (был ваҡытта буласаҡ Ислам Пәйғәмбәре Мөхәммәткә 6 йәш булған) христиан дине таралыуға кәртә булған[12].

Ислам дине барлыҡҡа килгәнсегә саҡлы оҙаҡ йылдар дауамында Мәккә хаж ҡылыу объекты булған, мәжүси хаж ҡылыусылар үҙҙәренең ғибәҙәтханаһына килгән һәм шифалы Зәм-зәм һыуын эскән[13].

Мәккәне Мөхәммәттең яулап алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта быуаттар һәм унан һуңғы тарих

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Беренсе Сәғүд дәүләте

Мәккә бер ваҡытта ла мосолман баш ҡалаһы булмаған, ләкин мосолман хакимдары уның именлеген хәстәрләгән. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб (634-44 йылдар) һәм Усман ибн Әффан (644-56 йылдар) идара иткән йылдарҙа түбән урынлашҡан кварталдарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған осорҙа, плотиналар һәм Ҡәғбә тирәһендәге территорияны һаҡлаусы дамбалар төҙөү маҡсатында, хәлифәләр христиан инженерҙарын саҡырып килтерергә мәжбүр булған[3].

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәҙинәгә күсенеүе Мәккәнең мөһимлеген түбәнәйткән, хәҙрәте Али, дүртенсе хәлифә, үҙенең баш ҡалаһы итеп Әл-Күфәне һайлағас, Мәккәнең баһаһы тағы ла кәмей төшкән. Өмәүиҙәр хәлифәлеге баш ҡаланы Дамаскҡа, ә 500 йылға яҡын дәүерҙә Ислам империяһы үҙәге булып ҡалған Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенекен Бағдадҡа күсерә.

Али ибн Әбү Талип Мөхәммәттең өйөндә тәрбиәләнгән ике туғаны һәм кейәүе булған. Ул Ислам динен ҡабул итеүсе иң тәүге кеше лә булған. Вафаты алдынан яңы хәлифә һайлау маҡсатында Ғүмәр саҡырған шурала Али Усман менән тигеҙ тауыш йыйған. Али, бәхәсһеҙ, тәхеткә дәғүә иткән. Хәҙерге көнгә килеп еткән ҡапма-ҡаршы мәғлүмәттән билдәле булыуынса, тәхеткә дәғүә иткәндәр араһында тағы ике кеше бар: Аз-Зөбәйер ибн әл-Аввам һәм Талха ибн Ғөбәйҙулла. Шураның һуңғы ҡатнашыусыһы Саад ибн Абу Ваккас хәлифә һайлауҙа ҡатнашыуҙан ҡәтғи баш тартҡан. Али, Сүриә һәм Палестинаны иҫәпләмәгәндә, бөтөн хәлифәлектә танылыу алған. Был ерҙәр наместнигы Мүәвиә I ниндәйҙер үҙгәрештәр көткән, Алиға яҡынламаған.

Талха һәм аз-Зөбәйер менән Алиҙың мөнәсәбәттәре шунда уҡ боҙолған. Ғүмәр Ислам алдындағы ҡаҙаныштары, тип бер кемде лә айырып бүләкләмәгән булһа, Алиҙың ҡаҙнанан һәр мосолманға өс динар аҡса таратҡанын оҡшатмаған улар. Башҡа мәғлүмәттән билдәле булыуынса, улар Әл-Күфә һәм Басрала наместник урынына өмөт иткән. Ләкин Али уларҙың үҙенән көслө булып китеүенән ҡурҡҡан. Ғәйшә р.ғ. ҙә Алиҙың дошмандары рәтенә баҫҡан.

Али ғәскәр йыя башлаған. Талха һәм аз-Зөбәйер, хажға барыу һылтауы менән, оппозиция үҙәгенә әйләнгән Мәккәгә килгәндәр һәм улар ҙа үҙҙәре яҡлылырҙы йыйған. Ғәскәр йыйыу бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән барған. Ғәрәп мосолмандарының был дәүерҙәге кәйефен, әгәр ысын динле менән дингә ышанмағандарҙы айыра торған ҡылыс бирһә, Алиға ҡушылам, тип әйткән Саад ибн Абу Ваккас сағылдырған.

Талха, аз-Зөбәйер һәм Ғәйшә р.ғ. үҙҙәре яҡлылар менән Басраға күсенгән. Ҡанлы алыштан һуң был мөһим ғәскәри үҙәк менән идара итеүҙе үҙ ҡулдарына алғандар. Наместник Абу Муса әл-Ашари, үлтереүселәрҙе язалауҙы талап итеп, үҙ-ара ҡан ҡойоуға ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, Али үҙенең яғына Күфәне йәлеп итә алған.

656 йылдың декабрь башында тиңһеҙ ҡаты һуғышта Али ғәскәре еңеүгә өлгәшкән. Талха һәм аз-Зөбәйер үлтерелгән, Ғәйшә р.ғ. әсир ителгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Беренсе фетнә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланы Өмәүиҙәр хәлифәлеге ике тапҡыр, 683 һәм 692 йылдарҙа, ҡамауҙа тотҡан. Һашимиҙар идара иткән саҡта ҡала күпмелер ваҡыт сәйәси ваҡиғаларҙа ҡатнашмаған.

930 йылда Мәккә Карматтар Әбү-Таһир Әл-Йәнәби етәкселегендәге мосолман сектаһы тарафынан яулана һәм талауға дусар ителә Abū-Tāhir Al-Jannābī[14]

1349 йылда Мәккәне Ҡара үлем пандемияһы солғап алған.[15].

1517 йылда Бәркәт бин Мөхәммәт шәриф, Ғосман империяһы хакимлығын таныһа ла, байтаҡ бойондороҡһоҙлоҡҡа ла эйә булған[16].

1803 йылда ҡала Дирий әмирлеге тарафынан яулап алынған[17], һәм Мәккә 1813 йылға саҡлы уның составында булған. Был ваҡиға ҡаланы 1517 йылдан бирле ҡулында тотҡан Ғосман империяһының престижын ҡаҡшатҡан. Ғосман империяһы Мәккәне Мысыр хедивы Мөхәммәт Али Мысырлы хакимлығына ҡайтарыу бурысын ҡуйған, һәм 1813 йылда был ниәт тормошҡа ашырылған.

1818 йылда сәләфиҙәр тағы ла еңгән, ләкин Әл Сәғүд кланының бер өлөшө ҡотолған, һәм улар 1891 йылға саҡлы йәшәгән Нәжд әмирлеген булдырған. Мәккә йыш-йыш холера эпидемияһына дусар булған[18]. 1831 йылдан алып 1930 йылдарҙағы хаж ҡылыу осоронда 27 эпидемия теркәлгән. 1907-1908 йылдарҙағы хаждарҙа 20 меңдән артыҡ хажи холера йоҡтороп вафат булған[19].

Мәккә шәрифенең ихтилалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе бөтә донъя һуғышында Ғосман империяһы Британия империяһына һәм уның союзниктарына ҡаршы Германия яҡлы булып һуғышҡан. Дарданелл операцияһы һәм Әл-Кутты ҡамау барышында Истанбулға һәм Бағдадҡа һөжүмде уңышлы кире ҡаға. Британия агенты Томас Лоуренс ғосман хакимы, Мәккә шәрифе Хөсәйен бин Али менән мәкерле һүҙ беркеткәндәр. Хөсәйен бин Али Ғосман империяһына ҡаршы сыҡҡан, һәм Мәккә өсөн көрәш барышында уның ғәскәрҙәре яулаған тәүге ҡала ла Мәккә булған. Шәрифтең ихтилалы көнсығыш фронтында боролошло мәл булған. Хөсәйен шәриф яңы дәүләт, Хиджаз короллеген төҙөгән, һәм Мәккәне короллектең баш ҡалаһы тип иғлан иткән.

1924 йылда Мәккә өсөн һуғыш тоҡанған, Абдул-Ғәзиз ибн Сәғүд Хөсәйен бин Али, Мәккә шәрифенә һәм Хиджаз короленә ҡаршы һуғышҡан. Ибн Сәғүд, Һашимиҙарҙың 700 йыл дауамындағы идара итеүен юҡҡа сығарып, Мәккәне яулап алған, ә Хөсәйен бин Али Джиддәгә ҡасҡан. 1926 йылдың 10 ғинуарында Абдул-Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короле тип иғлан ителгән, Нәжд һәм Хиджаз короллеге барлыҡҡа килгән[20]. 1932 йылдың 23 сентябрендә Нәжд һәм Хиджаз Сәғүд Ғәрәбстаны тип аталған бер дәүләткә берләшкән.

Сәғүдтәр хакимлығы осоронда иҫке ҡаланың бик күп тарихи биналары емерелеүгә дусар ителгән. Сәғүд Ғәрәбстанындағы исламдың рәсми версияһы булған ваһһабизм, һынташтарға табыныуҙан ҡурҡҡанлыҡтан, тарихи һәм дини һәйкәлдәрҙе хөрмәтләүгә кире ҡарашта тора. Һөҙөмтәлә 1985 йылдан башлап тарихи биналарҙың 95 %, шулар араһында меңәр йыл элек барлыҡҡа килгәндәре лә, емертелгән[21][22].

Шул иҫәптән Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы һәм тарафдаштары төҙөткән ете мәсеттең бишеһе емерелеүгә дусар ителгән[23].

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡатыны Хәҙисәнең, Әбүбәкерҙең, Али-Ораиданың, Мөхәммәттең ейәненең өйҙәре һәм башҡа биналар емертелгән[24].

Рәсми фараз буйынса, биналар Хаж ҡылыусыларҙы ҡабул итеү өсөн инфраструктура булдырыу маҡсатында емертелгән, әммә, Али-Ораида өйө табылһа ла, Король Фахд, уның табыныу объектына әйләнеренән ҡурҡып, үҙ ҡулы менән бинаны ер менән тигеҙләргә әмер биргән[22].

Мәккә иҡтисады йыл әйләнәһендә ойошторолған хаж ҡылыу менән тығыҙ бәйләнгән. Хаж ҡылыуҙан алынған килем Мәккәнең иҡтисадын ғына түгел, бөтөн Ғәрәп ярымутрауының иҡтисадын туҡландыра. Элек хаж ҡылыусылар һалым түләгәндәр. Бөйөк Депрессия осоронда һалымдар бигерәк юғары булған, һалым һалыу 1972 йылға саҡлы дауам иткән. Хаж ҡылыуҙан килгән килемгә хаж ҡылыусыларҙы хеҙмәтләндереү ҙә инә. Saudi Arabian Airlines авиакомпанияһының килеменең 12 % хаж ҡылыуҙан туплана. Хаж ҡылыусылар файҙаланған һәр төрлө транспорт, шулай уҡ уларға бирелгән ҡунаҡханалар ҙа, башҡа торлаҡ та юғары килем килтерә.[4]

Ҡала килеме 100 миллион долларҙан ашыу, шул уҡ ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны Хаж хеҙмәтләндереүенә 50 миллионға яҡын аҡса тотона. Ҡалала сәнәғәт предприятиелары бар, ләкин Мәккә нефть экспортлауға нигеҙләнгән Сәғүд иҡтисадында мөһим роль уйнай тип әйтеп булмай[25]. Мәккәлә текстиль, мебель һәм һауыт-һаба эшләп сығарыла. Иҡтисадтың күп өлөшөн хеҙмәтләндереү сфераһы биләй.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мәккә иҡтисады етерлек төрлөлөк менән билдәләнә. Ҡала предприятиеларына гофрирланған тимер етештереү, баҡыр тимерлектәре, ағас әйберҙәр эшләү, тышлыҡ көпләү оҫтаханалары, май һыҡтырыу, тәмлекәстәр эшләү, икмәк бешереү предприятиелары, тирмәндәр, ҡош фабрикалары, туңдырылған аҙыҡ-түлек импорты, фотоателье, конторалар, боҙ етештереү предприятиелары, һалҡын эсемлектәр фабрикалары, бөҙрәханалар, китап магазиндары, туристик агентлыҡтар һәм банктар ҡарай[4].

Һауа транспорты мөмкинлектәре үҫешкәнлектән, хаж ҡылыусылар һаны күп тапҡырға артты, һәм шуның өсөн 20 һәм 21 быуаттарҙа Мәккә ҡалаһы ла шаҡтай үҫеш кисерҙе. Меңәрләгән сәғүдлеләр йыл әйләнәһенә хажиҙарҙы отель һәм магазиндарҙа хеҙмәтләндереү менән мәшғүл, был хеҙмәткәрҙәр, үҙ сиратында, торлаҡҡа һәм хеҙмәт күрһәтеүгә мохтажлыҡ тыуҙыра. Бөгөнгө Мәккә автострадалар ҡалаһы, унда сауҙа үҙәктәре һәм күп ҡатлы бик бейек йорттар төҙөлгән[26].

Мәккә ҡалаһының хакимиәте - Сәғүд хөкүмәте тарафынан тәғәйенләгән мэр етәкселегендәге урындарҙа һайланған 14 вәкилдән торған Әл-Әминтип аталған Мәккә муниципалитеты идаралығы. Мәккәнең хәҙерге мэры Усама әл-Бар[27].

Мәккә Мәккә округының (провинцияһының) баш ҡалаһы. 2007 йылдың 16 майынан административ округтың (провинция) губернаторы - принц Хәлид әл-Файсал Әл Сәғүд[28].

Хажиҙарҙың күплеге, ҡайһы береһенең Мәккәлә даими йәшәү маҡсатында тороп ҡалыуы сәбәпле, ҡала Мосолман донъяһында төрлөлөгө менән айырылып торған иң үҙенсәлекле ҡалаларҙың береһе бөгөн. Сәғүд Ғәрәбстанының ҡалған өлөшө, бигерәк тә Неджд менән ҡапма-ҡаршы (контраст) ҡуйһаң, The New York Times яҙғанса, Мәккә, уйҙар азатлығы һәм фекер алышыуҙың «һоҡланғыс оазисы», ә шулай уҡ «Мәккәлә йәшәүселәр үҙҙәрен күп кенә ислам бәхәстәрендә өҫтөнлөк алған үрмәләгән экстремизмға ҡаршы тороу таянысы» тип һанағанлыҡтан, «кәрәкмәгән либерализм» үҙәгенә әйләнгән[29].

Ғосман империяһы ([вәли[вазифа)|вәли]]йе (наместник) Ғосман Нури-паша 1885 йылда Мәккәгә беренсе китап баҫыу станогы алып ҡайтҡан. Хашимиттар осоронда ҡаланың рәсми гәзите Әл-Ҡиблабаҫылһа, Сәғүд хөкүмәте был станокта яңы Умм әл-Кура гәзитен баҫтырған. Һуңғараҡ баҫыу ҡорамалдары ҡалаға Яҡын Көнсығыштың башҡа региондарынан килтерелгән[4].

Бөгөнгө көндә ҡаланың үҙенең Әл Наква (Форум) гәзите бар. Шулай уҡ Мәккәлә башҡа Сәғүд иле һәм халыҡ-ара гәзиттәр таратыла: Сәғүд гәзите, Әл Мәҙинә, Оказ һәм Әл-Билад.

Ҡалала йөҙәрләгән кабель, спутник һәм башҡа телевизион каналдар эшләй.

Патриархаль Мәккәлә төп спорт төрҙәре булып алдан уйланылмай, тиҙ генә әҙерләнгән (импровизацияланған) көрәш һәм йүгереү ярыштары торған[4]. Бөгөн унда иң популяр спорт төрө футбол, ҡалала 1945 йылда нигеҙ һалынған Сәғүд Ғәрәбстанындағы иң боронғо Әл-Вахда футбол клубы урынлашҡан. Әбдел Ғәзиз королдең стадионы Мәккәлә иң ҙуры, 38 000 тамашасы һыйҙыра[30].

Йыл һайын миллионлаған мосолман Мәккәгә хаж ҡыла. Хаж ҡылыуҙың ике төрө бар: Хаж һәм Үмрә.

Йыл һайын Мәккәлә һәм уға яҡын ятҡан ҡалаларҙа Хаж ҡылыу ойошторола. Хаж ваҡытында әллә нисәмә миллион төрлө милләт кешеләре бергә табыналар, доғалар уҡыйҙар. Мәккәгә барырлыҡ физик һәм матди мөмкинлеге булған һәм сәфәр барышында яҡындарына йәшәү шарттары тыуҙыра алырлыҡ сәләмәт мосолман, ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, хаж ҡылырға бурыслы.

Умра, Хаждан айырмалы рәүештә, мотлаҡ тейеш тип иҫәпләнмәй, ләкин уны Ҡөрьән тәҡдим итә[31].

1979 йылдың ноябрендә Әл-Хәрәм мәсетен баҫып алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәккәгә мосолман булмағандарҙы индереү тыйылғанын күрһәтеүсе юлбилдәһе

1979 йылдың 20 ноябрендә Әл-Хәрәм мәсетен, ундағы 6000 дини кешеһе менән бергә, 500 кешенән торған боевиктар төркөмө ҡамап ала. Төркөм башында тороусы Әл-Үтәйби нефттең Ҡушма Штаттарға һатылмауын, ә дәүләт байлығы тәләфләнмәүен, һәм сәғүдиҙәрҙең властан китеүен талап иткән. Мәсеткә беренсе тапҡыр ҡаты һөжүм (штурм) кире ҡағылған, икенсе ынтылыш 22 ноябрҙә башланған: мәсеттең ҡапҡаһына һөжүм итеп ҡарайҙар — уңышһыҙ тамамлана. Өсөнсө тапҡыр 12 бронетранспортёр һәм биш вертолёт менән нығытылған 3000 һалдат ынтылып ҡарай. Ләкин террористар ракета ҡоролмалары ярҙамында 3 БТР-ҙы юҡ итәләр һәм бер вертолётты бәреп төшөрәләр. Шул саҡта король ярҙам һорап Францияға мөрәжәғәт иткән. Был икенсе дин кешеләренә берҙән-бер ташлама яһау осрағы булған. 4 декабрҙә айырым хәүефле осраҡтарҙа ғына файҙаланылған ғәскәри берәмек - француз спецназы мәсеткә ҡаты һөжүм ойоштора, 200 һуғышман (боевик) һәм 250 аманатҡа алынған кеше һәләк булған.

Мәккәгә мосолман булмағандарҙы индереү тыйыла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман булмағандарға ҡалаға инеү Сәғүд Ғәрәбстаны закондары менән ҡәтғи тыйыла[32]. Однако в истории были некоторые исключения. Мәккәне 1503 йылда күргән беренсе мосолман булмаған кеше Болонья ҡалаһынан итальян сәйәхәтсеһе Людовико де Вертема булған (итал. Ludovico de Verthema). XIX быуат уртаһында Мәккәгә Афғанстандан уйлап сығарылған исем менән хажға килгән сэр Ричард Фрэнсис Бёртон мосолман булмағандарҙың иң билдәлеһелер. Шулай уҡ, 1979 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны хөкүмәте үтенесе менән террористар тарафынан баҫып алынған мәсет территорияһын азат итеү маҡсатында саҡырылған француз спецназы һалдаттары ла мосолман түгел.

[[Ҡәғбәтулла мәсете

  1. (Хажды ҡарағыҙ)
  2. Islamic World, p. 13
  3. 3,0 3,1 3,2 «Makka — The pre-Islamic and early Islamic periods», Encyclopaedia of Islam
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 «Makka — The Modern City», Encyclopaedia of Islam
  5. Mecca Municipality. Holymakkah.gov.sa. Дата обращения: 6 апрель 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Диодор Сицилийский. Греческая мифология (Историческая библиотека). М., Лабиринт, 2000. (Серия «Античное наследие»).
  7. Translated by C H Oldfather, Diodorus Of Sicily, Volume II, William Heinemann Ltd., London & Harvard University Press, Cambridge, Massachusetts, MCMXXXV, p. 217.
  8. Crone, Patricia. Meccan Trade and the Rise of Islam. — Princeton University Press, 1987. — P. 134–135. — ISBN 1593331029.
  9. Hawting, G. R. (1980). «The Disappearance and Rediscovery of Zamzam and the 'Well of the Ka'ba'». Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London 43 (1): 44–54 (44).
  10. Islamic World, p. 20
  11. Lapidus, p. 14
  12. Bauer, S. Wise. The history of the medieval world: from the conversion of Constantine to the First Crusade. — W. W. Norton & Company, 2010. — P. 243. — ISBN 978-0-393-05975-5.
  13. Lapidus, pp. 16-17
  14. Mecca. Infoplease.com. Дата обращения: 6 апрель 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  15. The Islamic World to 1600: The Mongol Invasions (The Black Death). Ucalgary.ca. Дата обращения: 6 апрель 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2009 йыл 21 июль архивланған.
  16. Mecca – LoveToKnow 1911. 1911encyclopedia.org (12 апрель 2007). Дата обращения: 6 апрель 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  17. «The Saud Family and Wahhabi Islam». Library of Congress Country Studies.
  18. Asiatic Cholera Pandemic of 1826-37 . UCLA School of Public Health.
  19. Cholera (pathology). Britannica Online Encyclopedia.
  20. Саудівська Аравія / Реферати по географії — завантажити реферат, банк рефератів, реферати 2008 йыл 16 июнь архивланған.  (укр.)
  21. Taylor, Jerome. Mecca for the rich: Islam's holiest site 'turning into Vegas', The Independent (24 сентябрь 2011).
  22. 22,0 22,1 'The destruction of Mecca: Saudi hardliners are wiping out their own heritage' 2011 йыл 20 октябрь архивланған., The Independent, 6 August 2005, retrieved 17 Jan. 2011
  23. Destruction of Islamic Architectural Heritage in Saudi Arabia: A Wake-up Call, The American Muslim, retrieved 17 Jan. 2011
  24. ‘Shame of the House of Saud: Shadows over Mecca’ 2009 йыл 10 март архивланған., The Independent, 19 April 2006
  25. Mecca. World Book Encyclopedia. 2003 edition. Volume M. p. 353
  26. Howden, Daniel. Shame of the House of Saud: Shadows over Mecca, The Independent (UK) (19 апрель 2006). 3 май 2007 тикшерелгән. 2007 йыл 20 май архивланған.
  27. Mecca Seeks to Lead Saudi Arabia’s Solar Energy Expansion, Bloomberg, Bloomberg (22 September 2012). 20 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  28. Prince Khalid Al Faisal appointed as governor of Makkah region. Saudi Press Agency (16 май 2007). Дата обращения: 1 ғинуар 2008. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  29. Fattah, Hassan M. Islamic Pilgrims Bring Cosmopolitan Air to Unlikely City, New York Times (2005-01-20).
  30. Asian Football Stadiums — Stadium King Abdul Aziz
  31. Ҡалып:Cite article
  32. Глава ЦРУ тайно принял ислам, утверждает агент ФБР islamnews.ru 13 февраля 2013 года

Ҡалып:Сәғүд Ғәрәбстанының ҡалалары

  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2