СССР Яҙыусылар союзы
Советтар Союзының Яҙыусылар берләшмәһе (рус. Союз писателей СССР) — СССР профессиональ яҙыусылар ойошмаһы.
1934 йылда СССР яҙыусыларының беренсе йыйылышында ойошторола.
Яҙыусылар берләшмәһенең ғәмәлдәге маҡсаты — әҙәбиәттә партия контролен тотоу. Профессиональ яҙыусыға берлеккә кереү мәжбүри булған, ә берлектән сығыу иһә карьераны бөтөрөүгә китергән.
СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Берлек күп кенә башҡа ойошмаларға бүленә.
Етәкселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/60/Joseph_Stalin_and_Maxim_Gorky%2C_1931.jpg/220px-Joseph_Stalin_and_Maxim_Gorky%2C_1931.jpg)
Берләшмәһенең беренсе етәксеһе (1934—1936) Максим Горький була.
Унан һуң был вазифаны түбәндәгеләр биләй:
- Владимир Ставский (1936—1938)
- Александр Фадеев (1938—1944 һәм 1946—1954)
- Николай Тихонов (1944—1946)
- Алексей Сурков (1954—1959)
- Константин Федин (1959—1977)
- Георгий Марков (1977—1986)
- Владимир Карпов (1986—1991)