Ғәззә секторы

Ғәззә секторы
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1949
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ғәззә
Этнохороним gazià[1], gaziana[1], gazians[2], gazianes[2] һәм Gazans
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Фәләстин Дәүләте[3]
 Объединённая Арабская Республика[d]
оккупированные Израилем территории[d]
 Палестинская национальная администрация[d][4]
 Ғәззә[d]
Административ үҙәк Ғәззә
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Gaza Strip.map
Иң юғары нөктә Абу Ауда[d]
Хөкүмәт башлығы Яхья Синвар[d]
Халыҡ һаны 2 098 389 кеше (2023)[5]
Валюта новый израильский шекель[d][6]
Сиктәш Мысыр һәм Израиль
Ограничение скорости 80 километр в час
Телгә алынған хеҙмәттәр Газа, любовь моя[d]
Майҙан 365 км²
Тасуирлау биттәре btselem.org/topic/gaza_s…
Урынлашыу картаһы
Тема иҡтисады economy of the Gaza Strip[d]
Спутниковый снимок
Телефонный код страны +970
Карта
 Ғәззә секторы Викимилектә

Ғәззә секторы[7] (ғәр. قطاع غزّة‎, йәһ. רצועת עזה‎; рус. сектор Газа) — Урта диңгеҙ яры буйындағы биләмә, өлөшләтә танылған Фәләстин ғәрәп дәүләтенең ике өлөшөнөң береһе (Иордан йылғаһының төньяҡ яры менән берлектә).

Израиль Ғәззә секторын Көнбайыш ярҙан улар араһындағы фәләстин биләмәләрен оккупациялағандан һуң айырып алған.[8][9] Гәззәне ХӘМӘС хәрәкәте һөҙөмтәле идара итә, ул 2007 йылда Фәләстин фракциялары араһындағы эске конфликттан һуң был районда ХӘМӘС идара итә.[10] Шул ваҡыттан алып Израиль Ғәззәне ерҙән, диңгеҙҙән һәм һауанан тулыһынса блокадалай, был районға кешеләрҙең һәм тауарҙарҙың ирекле инеүенә ҡамасаулай, һөҙөмтәлә Ғәззәне йыш ҡына "асыҡ һауалағы төрмә" тип атайҙар.[11][12]

Көнсығышта һәм төньяғында Израиль менән сикләшә, ул унан контроль-үткәреү пункттары ҡуйылған ҡойма менән бүленгән. Көньяҡ-көнбайыштан сиге — Мысыр менән, унан иһә бетон диуар менән ҡоймаланған. Ғәззә секторының оҙонлоғо яҡынса 40 км, киңлеге — 6 — 12 км. Дөйөм майҙаны — яҡынса 360 км²[13]. Мәркәзе — Ғәззә ҡалаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәззә секторы һәм Израиль араһында ракета барып етеү аралығы

БМО-ның Фәләстинде ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлеү планына ярашлы, сектор ғәрәп дәүләтенә инергә тейеш була. БМО-ның ҡарары һәм артабан Израиль дәүләте ҡорола башлау арҡаһында 1948—1949 йылғы Ғәрәп-израиль конфликты килеп сыҡҡас, ғәрәп дәүләте төҙөлмәй ҡала, һәм 1948—1967 йылдарҙа сектор Мысыр контролендә була. 1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә 1967—2005 йылдарҙа сектор Израиль ҡулы аҫтында була.

Израиль һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы араһында ҡул ҡуйылған Ослолағы 1993 йылғы килешеүҙәр ваҡытлыса[14] Ғәззә секторының һауа юлдарында, ҡайһы бер ҡоро ер сиктәренә (бер өлөшөн Мысыр контролләй) һәм территориаль һыу майҙандарына хәрби контроль тәьмин итә.

Ослолағы Килешеү нигеҙендә Иордан йылғаһының төньяҡ яры биләмәһендә һәм секторҙа Фәләстин милли хакимиәте төҙөлә (ФМХ).

2005 йылдың авгусында Сик билдәләү бер яҡлы планын ғәмәлгә ашырғанда Израиль секторҙан ғәскәрен сығара һәм үҙ тораҡ пункттарын бөтөрә.

2007 йылдың июлендә ХӘМӘС ислам ойошмаһы эшләгән түңкәрелештән һуң ФМХ-ның дәүләт учреждениелары һәм уның хәүефһеҙлек көстәре, артабан сектор үҙе лә тулыһынса ХӘМӘС идараһына күсә.

Территорияға Әш-Шура Мәжлесе идара итә, ул 15 кешенән тора.

2023 йылда Фәләстин-Израиль һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Фәләстин-израиль һуғышы (2023)

2023 йылдың 7 октябрендә ХӘМӘС Ғәззә секторынан Израилгә ҙур һөжүм башлай, унда кәм тигәндә 1300 кеше һәләк була һәм кәм тигәндә 199 кеше әсирлеккә алына. 2023 йылдың 9 октябрендә Израиль ХӘМӘС-ҡа һуғыш иғлан итә һәм Гәзә секторына тулы блокада индерә. Израилдең оборона министры Йоав Галант блокада тураһында иғлан итә: "Унда электр да, аҙыҡ-түлек тә, яғыулыҡ та булмаясаҡ, барыһы ла ябыҡ. Беҙ кеше хайуандары менән көрәшәбеҙ һәм шуға ярашлы эш итәбеҙ".[15]

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәззә секторы халҡының өстән ике өлөшөнән күберәге фәләстин ҡасаҡтарынан тора[16], улар Израилдән 1947—1949 йылдарҙағы Ғәрәп-израиль конфликты ваҡытында ҡасып сыҡҡандар һәм уларҙың тоҡомдары. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2014 йылда Ғәззә секторында 1 760 037 кеше йәшәй[17], АҠШ ЦРУ-һы 2014 йылда — 1 816 379 кеше йәшәй тип хәбәр итә[13]. Халыҡ урынлашыу тығыҙлығы 4890 — 5045 кеше/км².

Биләмәләр бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төньяҡ Ғәззә округы 270,245 (үҙәге Джебалия)
  • Ғәззә округы 496,410
  • Дәйр-Әл-Бәләх округы 205,534
  • Хан-Юнис округы 270,979
  • Рәфәһ округы 173,371[18]

Ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://esadir.cat/entrades/fitxa/node/gazia
  2. 2,0 2,1 ésAdir > gazià | gaziana
  3. archINFORM (нем.) — 1994.
  4. https://peacemaker.un.org/israelopt-cairoagreement94
  5. Gaza Strip (ингл.)
  6. https://globalfinancialdata.com/palestine
  7. Орфография: урыҫса сектор Газа
  8. Ҡытай Сит ил эштәре министрлығы: Фәләстин биләмәләре оҙаҡ ваҡыт законһыҙ оккупация аҫтында булды — News.am (инг.)
  9. Израиль оккупацияһының 57 йыллығы: тыныслыҡ ғәҙеллек талап итә. — TRT рус телендә (рус.)
  10. Ғәзә секторында бомба шартлау - The Middle East (апрель, 2008 й. Дэвид Роуз, архивланған) (инг.)
  11. Сара Рой. Ғәззәлағы ХӘМӘС һәм граждандар йәмғиәте: ислам социаль секторын йәлеп итеү 41-се бит: "Әммә ХӘМӘС-тың демократик еңеүе оҙаҡҡа һуҙылмай. 2006 йылдың июнендәге кеүек, Израиль һәм АҠШ-тың яңы фәләстин хөкүмәтен халыҡ-ара сәйәси һәм иҡтисади бойкотлауы башлана. Бойкот бөтә фәләстин халҡына ҡарата коллектив язалау кеүек була, һәм минең белеүемсә, конфликт тарихында тәүге тапҡыр халыҡ-ара берләшмә оккупанттарға ҡаршы түгел, ә оккупанттарға ҡаршы санкциялар индерә.(инг.)
  12. Нисек Израиль Ғәззәне ҡаты режимлы төрмәгә әйләндерә. Джонатан Кук: "Израиль аналитиктарының береһе тәҡдим ителгән ҡарарҙы өсөнсө донъя төрмәһен Американың заманса юғары кимәлдәге төрмә учреждениеһына әйләндереү менән сағыштыра. Цивилизациялы тышҡы ҡиәфәте уның ысын маҡсатын йәшерә: фәләстин тотҡондарының тормошон яҡшыртыу түгел, ә израиль һаҡсылары өсөн хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү".
  13. 13,0 13,1 CIA — The World Factbook 2014 йыл 8 июнь архивланған.
  14. Declaration of Principles On Interim Self-Government Arrangements
  15. "Кеше хайуандары менән көрәшәбеҙ". Израилгә ике фронтта һуғыш ҡурҡынысы янай - Сергей Адамов (рус.)
  16. Palestinian Refugees: An Overview
  17. State of Palestine, Population 2015 йыл 10 июнь архивланған. Palestinian Central Bureau of Statistics
  18. Governorates of Palestine

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Категория:]] [[Категория:]]